Милли проекттар
30 Август 2023, 09:30

Икеһе лә ярҙам аласаҡ

Ҡариҙел районында эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ике инвестиция проектын ҡаранылар.

Икеһе лә ярҙам аласаҡИкеһе лә ярҙам аласаҡ
Икеһе лә ярҙам аласаҡ

Ҡариҙел районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә үткәрелгән аҙналыҡ эшҡыуарлыҡ сәғәтендә һатып алынған техникаға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға дәғүә иткән бер нисә проектты ҡаранылар.

Эшҡыуар Илвер Ғиндуллин бағры хужалығын, дөйәғош фермаһын үҫтереүҙән тыш, туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса эшмәкәрлек алып бара һәм ял өсөн ҡунаҡ йорттары тәҡдим итә. Экскурсияларҙы ойоштороу өсөн ҡышҡы осорҙа ике ҡаргиҙәр һатып алынған.

Эшҡыуар Филүс Закиров 2001 йылдан алып торлаҡ һәм йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналар төҙөү менән шөғөлләнә. Уҙған йылдан алып туристик эшмәкәрлек алып бара. Ул ял итеү өсөн киң тәғәйенләнешле һигеҙ урынлыҡ “А-frame” тибындағы ике йорт тәҡдим итә. Ике Себер чаны, кедр мунсаһы бар. Ике квадрацикл һәм ике ҡаргиҙәр һатып алынған.

"Ҡариҙел районы биләмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк”, – тине район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас