Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2023, 14:30

Балаларға яңы уйын!

Уның ярҙамында кескәйҙәр һанарға, төҫтәр айырырға өйрәнә

Балаларға яңы уйын!
Балаларға яңы уйын!

Башҡортостан белгестәре ҡатнашлығында әҙерләнгән “Милләт хазинаһы” бушлай мобиль ҡушымтаһы булдырылған. Ул балаларға Рәсәй халыҡтарының 30 телендә, шул иҫәптән башҡортса һанарға, төҫтәр һәм предметтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнергә ярҙам итә. Һанлы технологияларҙы индереү “Һанлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр итә республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

Уйынды булдырыуҙа Өфө сәнғәт училищеһы, “Урал” этноүҙәге  һәм “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы вәкилдәре ярҙам иткән. Һәр төбәккә ярашлы персонаждар образын тыуҙырыу өсөн ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар милли костюмдарының виртуаль образдары моделләштерелгән. Башта ҡушымта менән ҡулланыусы нулдән унға тиклем һанарға өйрәнә. Артабан ун төҫтөң атамаһын, төрлө предметтарҙың һәм күренештәрҙең үҙенсәлектәрен тасуирлаған һүҙҙәрҙе өйрәтеү бара: һалҡын/йылы, йомшаҡ/ҡаты, ҙур/бәләкәй һәм башҡалар. Өйрәнеү үткән материалды нығытыу менән тамамлана.

Уйын Google Play һәм App Store ҡушымталар магазиндарында бар. Шулай уҡ уйынды күсереп алыу өсөн һылтанмалар проект сайтында урынлаштырылған.

“Һанлы иҡтисад” милли проекты иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы индереүҙе тиҙләтеүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, илдең глобаль баҙарында конкурентлыҡты арттырыуға, милли именлекте нығытыуға һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһының Һанлы үҫеш министрлығы

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: