Быйыл бинала эске һәм тышҡы япмаларҙы һүтеү эштәре башҡарыла, иҙәндәр һәм стеналар тигеҙләнә, эвакуация сығыу урыны йыһазландырыла, фасады теҙелә, электр ҡоролмалары һәм яҡтыртыу эштәре башҡарыла, эске стена һәм түшәм ҡатламдары яңыртыла. Хәҙер балалар йылы, сағыу һәм яҡшы йыһазландырылған аудиторияларҙа уҡый аласаҡ. Мәктәптең яңы фасады төҫө менән генә түгел, сағыу граффити менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Ремонттың үҙҡиммәте 29,6 миллион һум тәшкил итһә, шуның 24,2 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән.
-Яңыртылған мәктәптә йәш таланттарҙың ижади һәләттәре сағыуыраҡ асылыр, тип ышанам. «Мәҙәниәт» милли проекты (национальный проект «Культура») ярҙамында ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең мәҙәниәт өлкәһендә ҙур ыңғай үҙгәрештәр бара: матди-техник база нығына, рәсәйҙәрҙең дөйөм мәҙәни кимәле арта», — тине ҡала хакимиәтенең социаль эштәр буйынса етәксеһе урынбаҫары Артур Фазлыев.
– Шундай матур, заманса мәктәптә уҡыу ҡыуаныслы. Тәүҙә коридорҙарҙы ла, уҡыу бүлмәләрен дә танымай торҙоҡ, барыһы ла шул тиклем үҙгәрҙе. Был матурлыҡты һаҡларбыҙ тип вәғәҙә бирәбеҙ, — ти мәктәп уҡыусыһы Кира Белобородова.
Фото Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән алынды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан