Милли проекттар
11 Сентябрь 2023, 05:30

Тағы ла бер трасса яңыртылды

Ошо көндәрҙә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы трассаһындағы ремонт тамамланды

Тағы ла бер трасса яңыртылдыТағы ла бер трасса яңыртылды
Тағы ла бер трасса яңыртылды

Ошо көндәрҙә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы трассаһындағы ремонт тамамланды.  Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май  указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына  (национальный проект «Безопасные и качественные дороги») ярашлы башҡарылды.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, подряд ойошмаһы әле биш километр оҙонлоғондағы участокты ремонтлаған.

“Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлы Башҡортостандың таяныс селтәрҙәренең береһе. Трасса күп һандағы ауыл һәм ҡасабаларҙы транспорт элемтәһе менән тәьмин итә. Был юлдан күп кенә муниципаль-ара маршруттар ҙа үтә, – тип аңлаттылар Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. – Юлсылар асфальт япмаһын яңыртты, туҡталыштарҙы төҙөкләндерҙе, юл ситтәрен нығытты һәм һыҙаттар һалды".

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас