

Башҡортостан ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айында тимер юлы буйлап экспортҡа 3,3 мең вагон иген оҙатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк. Был турала республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Сит илгә бөтәһе 234,4 мең тонна иген оҙатылған. Бойҙай, май бирә торған культура орлоҡтары һәм арпа Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Көньяҡ Африкаға һәм башҡа илдәргә барасаҡ.
"Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында иген культуралары алты процент тәшкил итә. Элекке кеүек үк май продукцияһы 66 процент менән өҫтөнлөк итә",– тип аңлатма бирҙе төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Билдәле булыуынса, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: национальныепроекты.рф