Был йәһәттән Салауат ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” («Жилье и городская среда») милли проекты ярҙамында Салауат Юлаев бульварында аллеяны төҙөкләндереү иғтибарға лайыҡ.
Белеүегеҙсә, был һәм башҡа милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдары”на ярашлы тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереүҙән тыш, Рәсәйҙә 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү һәм биш миллион ғаиләне торлаҡлы итеү бурысы ҡуйылған.
Атап киткән аллеяла тотош япманы алыштырғандар, бынан тыш яңы архитектура һындары барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ яңы эскәмйәләр эшләп ҡуйылған, спорт ҡорамалдары урынлаштырылған, балаларға уйын майҙансығы ла ҡаралған бында. Спорт һәм балалар майҙансығына резина япма түшәү уйындары һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе күпкә хәүефһеҙ итәсәк.
Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү мөһим: аллея үҙе генә түгел, уның тирә-яғы ла матурайып киткән хәҙер, унда барыу уңайлы ла. Мәҫәлән, ял итеүселәр автомобиль менән килгән осраҡта “тимер аттарын” аллея янындағы туҡталҡала “тышап” тора ала.