Милли проекттар
16 Сентябрь 2023, 03:30

Дүрт ойошма «Заманса мәктәп» конкурсы еңеүсеһе булды

Белгестәр алыҫ ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләргә лә консультация бирә ала. 

Дүрт ойошма «Заманса мәктәп» конкурсы еңеүсеһе булдыДүрт ойошма «Заманса мәктәп» конкурсы еңеүсеһе булды
Дүрт ойошма «Заманса мәктәп» конкурсы еңеүсеһе булды

Башҡортостандан бер юлы дүрт ойошма «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» проекты гранттары федераль конкурсында еңеү яуланы. Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, Өфөнөң «Торнаҡай» психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, Бәләбәйҙең «Ғаилә» район-ара үҙәге һәм Белореттың «Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәге 2024 йылда балаларҙың ата-әсәләренә һәм законлы вәкилдәренә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы хеҙмәттәре күрһәтеүгә йүнәлтелгән программаларын тормошҡа ашырыуға субсидиялар аласаҡ.

Федераль бюджеттан гранттың дөйөм суммаһы 20 миллион һумдан артып китә, һәр ойошма 2,6 миллиондан 7,8 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Мәғариф министрлығында аңлатыуҙарынса, проект сиктәрендә һәр ата-әсә балаларҙың тәрбиәһе һәм белем алыуы кеүек ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса белгестәрҙән консультация ала ала. Консультациялар шәхси ҡабул итеүҙәрҙә үҙәктәрҙә йәки ситтән тороп үткәрелә. Бынан тыш, белгестәр алыҫ ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләргә лә консультация бирә ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәғариф» милли проекты (национальный проект “Образование”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылып килә.

Фото: news.store.rambler.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас