Милли проекттар
19 Сентябрь 2023, 06:30

Күптәр ҡатнашасаҡ

Краснокама районы көҙгө “Йәшел Башҡортостан” акцияһын уҙғарыуға әҙерләнә. 

Күптәр ҡатнашасаҡКүптәр ҡатнашасаҡ
Күптәр ҡатнашасаҡ

"Экология" милли проекты сиктәрендә экологик мәҙәниәтте булдырыу һәм үҫтереү, халыҡтың тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтен булдырыу маҡсатында Краснокама районында экологик өмәләр башланды.

Шулай уҡ районда йәмәғәт биләмәләрендә һәм ихаталарҙа ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса көҙгө “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ойошторола. Берҙәм көнө – 2023 йылдың 23 сентябре.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы 14 ауыл биләмәһендә уҙғарыла, уның барышында 600-гә яҡын кеше ҡатнаша, 19 берәмек техника йәлеп ителә, меңдән ашыу үҫенте, нигеҙҙә, япраҡлы һәм ылыҫлы ағастар ултыртыу күҙаллана.   

Ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие һәм ойошма етәкселәре экологик сараға әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ. Көҙгө “Йәшел Башҡортостан” акцияһы йыл һайын күп һанлы ҡатнашыусыларҙы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, йәмәғәтселек фекере лидерҙарын, бөтә кимәлдәге депутаттарҙы, студенттарҙы, мәктәп уҡыусыларын, ирекмәндәр ойошмаларын йәлеп итә.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Краснокама районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас