

Мишкә ауылында Өфө ҡалаһының Клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ҡатнашлығында ойошторолған «Сәләмәтлек марафоны» тамамланды.
Марафондың беренсе көнөндә дауахананың Аяҡтарҙың критик ишемияһы үҙәге табиптары урындағы хирургтар, Бөрө медицина округынан ультратауыш диагностикаһы табиптары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, Мишкә һәм Борай райондары халҡына консультациялар бирҙе.
21-се ҡала клиник дауаханаһының кардиолог һәм неврологы халыҡҡа консультациялар ойошторҙо. Бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше белгес кәңәше алды һәм тикшерелде.
Марафондың икенсе көнө Мари мәҙәни үҙәге алдындағы майҙанда зарядканан башланды. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе, Клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова халыҡ алдында «Инсульт һәм инфарктҡа - юҡ» темаһына сығыш яһаны. Тыңлаусылар инсульт һәм инфаркт билдәләре, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар хаҡында белде. Һуңынан сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында викторина үткәрелде, еңеүселәр медицина тикшеренеүҙәре өсөн сертификаттар алды.
Сара аҙағында «Һаулыҡҡа 10 мең аҙым» акцияһы үтте. Марафон Бөрө медицина округы буйынса «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы тикшереү менән медицина персоналы менән түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлемен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөү, бөтә граждандарҙы профилактик тикшереү менән солғап алыуҙы тәьмин итеү кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: бсмп-уфа.рф