Милли проекттар
24 Сентябрь 2023, 05:10

Тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштылар

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 1-се поликлиника бүлегендә инсульттарға ҡағылышлы «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында эш кәңәшмәһе үтте.

Тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштыларТәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштылар
Тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштылар

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 1-се поликлиника бүлегендә инсульттарға ҡағылышлы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”)  «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында эш кәңәшмәһе үтте.

Коллегалар табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән беренсел иҫкәртеү һәм диспансерлаштырыу, льготалы дарыуҙар  менән тәьминәт, диспансер күҙәтеүе һәм инсульттарҙан һуң реабилитациялау мәсьәләләре буйынса төплө һөйләшеү үткәрҙе.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә, Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур.

Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы һәм инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән  үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: бсмп-уфа.рф

Тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштылар
Тәжрибә һәм пландар менән уртаҡлаштылар
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас