Милли проекттар
25 Сентябрь 2023, 06:30

Ғафури районында күпер ремонтлау теүәлләнә

Уның эштәре 87 процентҡа башҡарылған  

Ғафури районында күпер ремонтлау теүәлләнәҒафури районында күпер ремонтлау теүәлләнә
Ғафури районында күпер ремонтлау теүәлләнә

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ғафури районында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе ремонтлау 87 процентҡа тамамланған.

 Күперҙең оҙонлоғо 406 метр. Был эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә (национальный проект "Безопасные качественные дороги")  башҡарыла. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылды.

 Ғафури районындағы күпер – республикала быйыл ремонтлау билдәләнгән күпер ҡоролмалары араһында иң ҙуры. Уны төҙөкләүҙе  быйыл тамалау ниәтләнә.Ул Талбазы – Красноусол автомобиль юлында урынлашҡан.

 Был йүнәлеш туристар араһында ҙур танылыу алған. Красноусол үҙенең курорты, тоҙло сығанаҡтары, йылғалары һәм күлдәре, шифалы һыуҙары менән билдәле. Бынан тыш сәйәхәтселәр сиркәүгә, тауҙарға, мәҙәни үҙәктәргә бара ала. 

 -Эштәрҙе быйыл 4-се кварталда тамамлау ниәтләнә. Бөтәһе быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә һигеҙ күперҙе ремонтлау планлаштырыла”, -тинеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. 

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас