Милли проекттар
25 Сентябрь 2023, 04:30

Федоровкалар матурлыҡ өсөн

Акцияла 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 1221 самаһы үҫенте ултыртылды. Федоровка ауылында үҫентеләр “Еңеү” паркында ултыртылды.

Федоровкалар матурлыҡ өсөнФедоровкалар матурлыҡ өсөн
Федоровкалар матурлыҡ өсөн

"Экология" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Федоровка районы ағас ултыртыу буйынса республика акцияһына ҡушылды. Сараның маҡсаты – районды матур, сағыу, ә тирә-яҡ мөхитте хәүефһеҙ итеү.

Сара тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, район халҡының иғтибарын тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү проблемаларына йәлеп итеү, шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” республика проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Изге традиция буйынса, сәләмләү һүҙе менән йыйылыусылар алдында Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле ҡатнашты.

Акцияла 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 1221 самаһы үҫенте ултыртылды. Федоровка ауылында үҫентеләр “Еңеү” паркында ултыртылды.

Акция шулай уҡ райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә үтте. Учреждение һәм ойошма вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары миләш, алма, ҡарағай, ҡайын, шыршы, каштан, ҡарағат һәм тирәк үҫентеләре ултыртты.

"Бөтә ағастар ҙа үҫеп китеп, матурлыҡтары һәм йәшеллеге менән ҡыуандырһын! Беҙҙең район тураһында хәстәрлек күргәндәрҙең һәр береһенә рәхмәтемде белдерәм. Республикабыҙҙы артабан да йәшендереү күҙаллана”, – тине Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов.

Билдәле булыуынса, “Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Федоровка районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас