Милли проекттар
1 Октябрь 2023, 11:15

Стәрлетамаҡ районында яңы парк!

Ауыл халҡы өсөн уңайлы шарттар!

Стәрлетамаҡ районында яңы парк!Стәрлетамаҡ районында яңы парк!
Стәрлетамаҡ районында яңы парк!

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы сиктәрендә Йәштәр паркы барлыҡҡа килде.

 Заманса парк ауыл уртаһында урынлашҡан. Бында ололар һәм балаларҙың әүҙем ялы өсөн барыһы ла бар: скейт-майҙансыҡ, балалар автодромы, спорт тренажерҙары. Майҙансыҡ һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе лә хәстәрләп төҙөлгән. Паркка скамейкалар ҡуйылған, сәскәләр менән биҙәлгән, яҡтыртҡыстар эшләнгән.

 Ауылда балалар автодромы булыуы юл хәрәкәтен белеү өсөн мөһим. Бында бәләкәстәр юл хәрәкәтенең ҡағиҙәләрен өйрәнеп үҫә, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында. 

 - Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек был биләмәнең бер күркәмлеге лә булманы. 2014 йылда участка күп фатирлы йорт төҙөүгә бирелде. Беренсе ҡат төҙөлгәндән һуң ул ташланды. Төҙөүсе биләмәне тәүге хәленә килтерһен өсөн барлыҡ көсөмдө һалдым. Шул ваҡытта әүҙем ял өсөн майҙансыҡ эшләү фаразланды, - тип һөйләне парк төҙөү тарихы тураһында Наумовка ауыл биләмәһе башлығы Денис Чиликин.

 Ауыл башлығы билдәләүенсә, “Йәштәр” паркы – ауыл хакиәмите һәм халыҡтың берлектәге ҙур эше.

 “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектының маҡсаты – ҡала һәм ауыл халҡы өсөн сифатлы һәм уңайлы мөхит тыуҙырыу. Былар барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас