

12 октябрҙә “Демография” милли проектының “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты сиктәрендә Дәүләкән районының оло быуын вәкилдәренә бушлай мауыҡтырғыс сәйәхәткә – Бишбүләк районына барыу мөмкинлеге бар. Сәйәхәт – “Бишбүләк - байбаҡтар, шишмәләр төйәге” тип атала һәм шунда уҡ бағыр хужалығына ла алып барасаҡтар.
Тур программаһында Бишбүләк тарихи-этнография музейына экскурсия ҡаралған, унда туристарға район тарихы тураһында һөйләйәсәктәр, ҡатнашыусылар өсөн һөнәрсе Александр Колпиковтан күн эше буйынса оҫталыҡ дәресе була.
Экскурсияға барыусылар лимонад цехына барасаҡ һәм Бишбүләк РайПО-һы етештергән быяла шешәләрҙәге тәбиғи газлы эсемлекте тәмләп ҡарай аласаҡ. Эсемлектәр совет заманынан уҡ ҙур һорау менән файҙалана.
Тур барышында ҡатнашыусылар Яңы Бикташ ауылына экскурсия яһаясаҡ. Бында ҡалҡыулыҡ итәгендә һыуы шифалы тип һаналған шишмә аға, 300 йәшлек тал ағасы мөһабәт ботаҡтарын йәйеп ҡаршы ала, ә тауҙа изге Әүлиә күмелгән. Ошо үҙенсәлекле урындың тарихына сумыр өсөн бында илебеҙҙең бөтә мөйөштәренән кешеләр килә. Сара һуңында бағыр үрсетеү фермаһына экскурсия һәм балыҡ ризыҡтарын тәмләп ҡарау ойошторола.
Осрашыу урыны – Дәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында, 8:30 сәғәттә фонтан эргәһендә, төркөм экскурсия программаһына иртәнге сәғәт 9-ҙа сығасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көнлөк туристик сәфәрҙә 60 йәштән алып ир-аттар һәм 55 йәштән алып ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Бөтә һорауҙар буйынса Ветерандар советына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9, 36-сы бүлмә, тел. 8 (34768) 3-15-27 йәки Дәүләкән районы хакимиәтенең иҡтисад бүлегенә: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9, 15-се бүлмә, тел. 8(34768) 3-20-25.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.