Милли проекттар
4 Октябрь 2023, 05:30

Октябрь аҙағында тамамланасаҡ

Ремонт эштәре Яңы Ғүмәр ауылынан Иҫке Туҡмаҡлы ауылына тиклемге юл участкаһында алып барыла. 

Октябрь аҙағында тамамланасаҡОктябрь аҙағында тамамланасаҡ
Октябрь аҙағында тамамланасаҡ

Башҡортостанда төҙөүселәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дмитриевка – Кушнаренко юлын ремонтлай. 3,1 километр оҙонлоғондағы участкала тигеҙләү ҡатламын төҙөү тамамланған. Юлсылар япманың өҫкө ҡатламын түшәй башлаған.

– Ремонт эштәре Яңы Ғүмәр ауылынан Иҫке Туҡмаҡлы ауылына тиклемге юл участкаһында алып барыла. Был юлды ремонтлау транспорт өсөн хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.  

Өҫкө ҡатлам һалынғандан һуң, юлсылар юл ситтәрен нығыта һәм юл тамғаларын һыҙасаҡ. Барлыҡ эштәр 2023 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 200 километр самаһы юл ремонтлау, шулай уҡ 802 погон метр оҙонлоғондағы биш күперҙе ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса эштәр башҡарыу күҙаллана. Улар – Өҫән, Ағиҙел, Эҫем, Ҡамайылға һәм Йүрүҙән йылғалары аша төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында урынлашҡан күперҙәр.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас