Милли проекттар
6 Октябрь 2023, 06:45

Өфө районында эшҡыуарҙарҙың яңы проекттары ҡаралды

Улар ярҙам аласаҡ.

Өфө районында эшҡыуарҙарҙың яңы проекттары ҡаралдыӨфө районында эшҡыуарҙарҙың яңы проекттары ҡаралды
Өфө районында эшҡыуарҙарҙың яңы проекттары ҡаралды

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Өфө районы хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында кәңәшмәләр үтә. Эшҡыуарлыҡ сәғәте – проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм бизнесты алып барыу буйынса булған мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге ул.

Сираттағы кәңәшмәлә ике проект ҡаралды: микроклональ үрсеү һәм үҫемлектәр үҫтереү үҙәген асыу; Таптыҡов ауыл советында магазин асыу.

Проектттарҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ер участкаһын булдырыу тәртибе, рөхсәт ителгән ер участкаһын файҙаланыу төрөн үҙгәртеү мөмкинлеге, сауҙа үткәрмәйенсә ер участкаһы биреү тәртибе, проекттың Инвестиция сәғәтендә ҡатнашыу тәртибе, ғәмәлдәге юл селтәренә ҡушылыу алыуға килешеү алыу тәртибе аңлатылды.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын уҙғарыла. Ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестицион порталы investrb.ru адресы аша бирергә мөмкин. Шулай уҡ телефон аша ла мөмкин –7 (917) 749-96-70.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Өфө районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас