Милли проекттар
8 Октябрь 2023, 05:20

Проектта ҡатнашыу – файҙаға!

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар арта

Проектта ҡатнашыу – файҙаға!Проектта ҡатнашыу – файҙаға!
Проектта ҡатнашыу – файҙаға!

“Беринг” тип исемләнгән пластик һауыттар эшләүсе ойошма “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект "Поизводительность труда") 161-се ҡатнашыусы, тип хәбәр итә Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге.

Яңы ҡатнашыусы милли проектта ҡатнашыуҙан сығымдар кәмеүен һәм барлыҡ күрһәткестәрҙе оптималләштереүҙе көтә. Компания полимер ҡаптарын етештерә, эш процесында ҡалдыҡтар ҡалмай.

 “Беринг” компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Илдар Ғәфиәтуллин билдәләүенсә, проектҡа инеп предприятие сығымдарҙы кәметергә, производство процестарын оптималләштереү иҫәбенә етештереү күләмен арттырырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы  маҡсат итеп ҡуйған.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас