Милли проекттар
9 Октябрь 2023, 08:30

Ҡалаға был үҙәк бик кәрәк

Межгорьела билдәле медицина клиникаларының береһенең филиалын асыу планлаштырыла. 

Ҡалаға был үҙәк бик кәрәкҠалаға был үҙәк бик кәрәк
Ҡалаға был үҙәк бик кәрәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектының төп бурыстарын хәл итеү сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Межгорье ҡалаһы хакимиәтенә Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә клиника филиалын асыу проекты менән “Тет-а-тет” медицина үҙәге етәкселеге мөрәжәғәт иткән.

Мәсьәләне хәл итеүҙә Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге Советы депутаттары әүҙем ҡатнашты. Улар медицина үҙәге вәкилдәренә бина һайлауҙа ярҙам итте, эшҡыуарҙарҙың ҡала етәкселеге менән осрашыуын башлап ебәреүселәр булып сығыш яһаны.

Межгорье ҡалаһының муниципаль милек менән идара итеү комитеты белгестәре күҙалланған майҙан, хакимиәттең иҡтисад, инвестиция сәйәсәте, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм сауҙа бүлеге белгестәре “Минең бизнесым” үҙәге менән күрһәтелгән ярҙам саралары һәм ҡуртым хаҡы буйынса ташламалар тураһында һөйләне.

"Был проект, ысынлап та, ҡалабыҙ өсөн көнүҙәк, сөнки бында бындай үҙәктәр юҡ, халыҡ йыш ҡына анализ бирергә һәм тар профилле белгестәрҙән өҫтәмә тикшереү үтергә күрше ҡалаларға йөрөй", - тип билдәләне муниципалитет етәксеһе Александр Чоловский.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас