

Нуриман районында Исай участка урмансылығы биләмәһендә Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы үтте. Экологик сараны район хакимиәте, “Кроношпан” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, ирекмәндәр ҡатнашты. Шулай уҡ ағас ултыртыуҙа Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығынан балалар үҙ өлөшөн индерҙе.
Ғөмүмән, был көндө 2,5 гектар майҙанда 10 мең йүкә һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урмандарҙы тергеҙеү буйынса йыл һайын үткәрелгән “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/public