Милли проекттар
12 Октябрь 2023, 05:30

Халыҡ сабырлыҡ менән көтә

Объект 60 процентҡа әҙер.

Халыҡ сабырлыҡ менән көтәХалыҡ сабырлыҡ менән көтә
Халыҡ сабырлыҡ менән көтә

Балтас районының Түбәнге Ҡарыш ауылында,  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлә. Әле төҙөлөш эштәре тулы ҡеүәтенә дауам итә.

Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Фаат улы Ғилметдинов табиплыҡ амбулаторияһының төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһынып тора. “Объект 60 процентҡа әҙер инде, – ти ул. – Бина монтажланған, тәҙрә-ишектәр ҡуйылған, хәҙер эске биҙәү эштәре бара. Тиҙҙән йылылыҡ системаһын монтажлау һәм санитар-техник эштәр башланасаҡ”, – тип һөйөнә етәксе.

Яңы бина сафҡа инеү менән белгестәр һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар артасаҡ, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү яҡшырасаҡ. Заманса учреждениела табип-терапевт, педиатр, ҡабул итеү кабинеттары буласаҡ. Прививка яһау һәм процедура кабинеттары лә пациенттарға оҡшар. Түбәнге Ҡарыш ауылы халҡы көн һайын яңы амбулаторияның үҙгәреүен күреп, уның асылыуын сабырлыҡ менән көтә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Фото: ”Балтас таңдары”.

Халыҡ сабырлыҡ менән көтә
Халыҡ сабырлыҡ менән көтә
Халыҡ сабырлыҡ менән көтә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас