

Стәрлетамаҡ районының Наумовка моделле ауыл китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған миҙгелле яңыртыу эштәре бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә, уҡыусылар өсөн махсус рәүештә, уларҙың илһамы һәм кәйефе өсөн, китапханасылар матур көҙгө фотозона эшләгән.
Китапханала фотозоналар һәр ваҡыт, айырыуса һуңғы ваҡытта, ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Хәҙер китапханаға килеүселәр мауыҡтырғыс китапты алып ҡына ҡалмай, ә ғүмеренең матур мәлен каммераға төшөрә лә ала. Һәр китапхана фотолар өсөн махсус йыһазландырылған зона менән маҡтана алмай, ә Наумовка китапханаһында шундай зона бар. Ул һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа байрамға, йәки йыл миҙгеленә ҡарап төрлөләндерелә.
“Көҙ тәбиғәттең матурлығына һоҡланыуҙан тыш, үҙҙәре һәм тирә-йүндәге халыҡҡа шатлыҡ килтереп ижад итергә лә мөмкин биргән бик яҡты мәл. Пушкин, Тютчев, Есенин, Бунин, Некрасовтар ҙа көҙҙө бик яратҡан... Күп шағирҙарҙың ижады өсөн көҙ иң уңышлы осор булған. Рәссаммы һин, уҡыусымы, музыкант йәки фотографһыңмы – был китапханала ижади кешеләр өсөн барыһы ла бар!”, - тип билдәләне китапхананың ҡулланыусыһы Дмитрий Иванчин.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.