

Балаҡатай үҙәк район дауаханаһында ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы алынған яңы рентген диагностика комлпексы халыҡты даими ҡабул итә. Ошо йылдың туғыҙ айында меңдән ашыу медицина тикшереүе үткәрелгән. Проекттың маҡсаты билдәле – халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяжынан сығып, йәшәгән ергә яҡын урында медицина ярҙамын ойоштороу.
“Диаком-Рэй” рентген диагностика комплексы рентгенологик тикшереүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Нурҙы горизонталь һәм вертикаль проекцияла урынлаштырыу мөмкинлеге пациенттың бөтә ағзаларын тикшерергә ярҙам итә. Был аппаратта табип-рентгенолог Лена Әхмәтшина һәм рентген лаборанты Фәнүзә Хәбибуллина эшләй.
– Яңы техника тикшереүҙәр һанын һәм оперативлыҡты арттырырға ярҙам итте. Техник яҡтан камиллаштырылған булыуы нур дозаһын кәметә, һүрәттәр сифаты ла байтаҡҡа яҡшыраҡ. Иң мөһиме, пациенттар һаулығы өсөн хәүефһеҙ, – тип билдәләне Лена Әхмәтшина.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
.