

Өфөлә барған Бөтә Рәсәй II “Кәртәләрҙе емереп” форумында “Матурлыҡты сағылдырып” республика балалар конкурсы, “Донъя балалар күҙе менән” фотолар, “Алтын ҡауырый” әҙәби-нәфис конкурс еңеүселәрен, призлы урындарҙы яулаусыларҙы бүләкләнеләр. Был саралар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелде.
Дәүләкән ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәбенән Мария Бохан һәм Сәлим Талипов “Минең яратҡан башҡорт әкиәтем” номинацияһында (“Матурлыҡты сағылдырып” конкурсы) беренсе урын яуланы. Уҡытыусылары – Р.З. Шәйхуллина.
Мария Бохан тағы “Донъя балалар күҙе менән” конкурсының “Барлыҡ ғәҙәти булмағандар яныбыҙҙа” номинацияһында – беренсе, “Тәбиғәт матурлығы” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Мират Байдәүләтов “Донъя балалар күҙе менән” конкурсының “Тәбиғәт матурлығы” номинацияһында беренселекте яуланы. Уҡытыусыһы – Ф.Ф. Хуззәтова. Мират тағы “Алтын ҡауырый” конкурсында беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Ошо уҡ бәйгелә өсөнсө урын Сәлим Талиповҡа бирелде. Ә бала күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: был көн улар тормошонда иң матур көндәрҙең береһе булып һаҡланасаҡ.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашыра.
Фото: /vk.com/davlekanovskii_adm