Милли проекттар
21 Октябрь 2023, 04:15

Бинанан-бинаға күсеп йөрөгәйнеләр

Был матур ваҡиғаны ауылда йәшәүселәр оҙаҡ көттө.

Бинанан-бинаға күсеп йөрөгәйнеләрБинанан-бинаға күсеп йөрөгәйнеләр
Бинанан-бинаға күсеп йөрөгәйнеләр

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Был матур ваҡиғаны ауылда йәшәүселәр оҙаҡ көттө: ауыл биләмәһенең төп медицина ойошмаһы бер бинанан икенсеһенә күсеп йөрөгәйне. Һуңғы йылдарҙа фельдшер Иҫке Бәпес ауылы хакимиәте бинаһында эшләй ине. Хәҙер бында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Уны, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, “Профметалл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөнө.

Бинала процедуралар, пациенттарҙы ҡарау, ҡабул итеү кабинеттары, һыу бар һәм йылы. Бында юғары категориялы фельдшер Зәкирә Абдуллина эшләй. Уның хеҙмәт стажы – 41 йыл.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Альбина Танһыҡҡужина, район үҙәк дауаханаһы баш табибы Азамат Ғәлиев иҫке бәпестәрҙе ошондай матур ваҡиға менән ҡотланы.

Фото: https://vk.com/karmadm?z=photo-173018413_457272403%2Fwall-173018413_22264

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас