Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Октябрь 2023, 10:30

Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...

Тигермән ауылы халҡы был ваҡиғаны күптән көтә ине. 

Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...
Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...

Ҡариҙел районының Тигермән ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уға Тигермән һәм Асҡыш ауылдарының 457 кешеһе беркетелгән.

Бина тейешле коммуникацияларға тоташтырылған, эҫе һыу ҙа буласаҡ. Пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең уңайлылығы өсөн иркен, яҡты кабинеттар, процедура, ҡабул итеү, медикаменттар һаҡлау бүлмәләре булдырылған. Халыҡты тәжрибәле фельдшер Әлфиә Әсләмова хеҙмәтләндерәсәк.

 Ауылда һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы асылыуы - көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға. 

– Ауылдарҙа заманса медицина учреждениеларының төҙөлөүе халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләүгә, тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән,– тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин. – Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.

Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен,  бер миллиондан ашыу  халҡы булған Өфөләме,  Сибай йәиһә Стәрлетамаҡтамы,  йә булмаһа, халҡы йөҙҙән  дә артмаған төпкөл ауылдамы,  медицина  ойошмалары менән электрон бәйләнеш урынлаштырыла, табип  пациенттың электрон медицина картаһын күрә, диагнозы, ниндәй тикшеренеүҙәр үтеүе  менән таныша  ала. Был йәһәттән Башҡортостан электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүгә йүнәлтелгән һәм тормошҡа ашырылған федераль пилот проекттары һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Күрше өлкә һәм республикаларҙан, хатта Камчатканан тәжрибә уртаҡлашырға килеүҙәре билдәле. Киләсәктә медицина ойошмаларының федераль учреждениелар менән электрон бәйләнешен булдырыу, йүнәлтмәләрҙе медик-социаль экспертизаға тапшырыу, тыуыу һәм вафат булыу тураһында медицина танытмаларын электрон рәүештә ЗАГС-тарға ебәреү буйынса пилот проекттарын тормошҡа ашырыу ҡарала.  “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинетында табипҡа яҙылырға, өйгә саҡыртырға, вакцина яһатыуға яҙылырға, сертификат алырға, үҙеңдең электрон медицина документтары менән танышырға, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Яңы заманса ФАП-тар төҙөлөүе тармаҡты һанлаштырыуҙа ҙур аҙым. Был технологияларҙың  киләсәге ҙур, улар ашығыс ярҙам кәрәккәндә пациенттың сәләмәтлегенә ситтән тороп мониторинг үткәрергә, ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...
Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...
Мобиль пункттар тармаҡты һанлаштырыуға юл аса ...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: