

Сара "Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” ойошмаһы тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”). Ул ил Президентының май указына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Сарала 20-нән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, үҙмәшғүл, бизнесты үҫтереү институттары, кредит ойошмалары һәм Иглин районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу барышында эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде һәм консультациялар үткәрелде.
– “Минең бизнес” үҙәгенең муниципалитеттарға сығыуы – ул халыҡҡа бизнес асыу, үҫтереү һәм башҡа төр мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү практикаһы. Бынан тыш, ул үҙ-ара эш итеүҙә килеп сыҡҡан проблемаларҙы урында уҡ тикшерергә һәм хәл итергә мөмкинлек бирә. Күсмә саралар киләһе йылда ла үткәреләсәк – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов.
– Был күсмә мобиль офис – ул “Минең бизнес” үҙәгенең стационар офистары булмаған райондар һәм ҡалалар өсөн уңайлы проект. Мобиль офис беҙгә урындарҙа бизнесҡа булған ихтыяжды асыҡларға, ә эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында белергә һәм бизнес алып барыуҙың бөтә этаптары буйынса шәхси консультациялар алырға мөмкинлек бирә. Йыл башынан алып үҙәктең күсмә офисы 7 ҡалала һәм 4 тораҡ пунктта булды, үҙенә 200-ашыу ҡыҙыҡһыныусыны йыйҙы, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы директоры Вадим Үтәшев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк эшҡыуарҙары өсөн буласаҡ саралар тураһында анонстар даими рәүештә “Минең бизнес” үҙәгенең сайтында “Саралар” бүлегендә баҫылып сыға: https://cmbrb.ru/meropriyatiya/. Консультацияларҙы “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса алырға мөмкин: +7(347) 224-99-99.
Белешмә өсөн:
Бөгөнгө көндә “Минең бизнес” үҙәгенең офистары Башҡортостандың 12 муниципалитетында эшләй:
Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт;
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 14-се йорт;
Күмертау ҡалаһы, Горький урамы, 11-се йорт;
Октябрьский ҡалаһы, Баҡса ҡулсаһы урамы, 71-се йорт;
Нефтекама ҡалаһы, Комсомол проспекты, 19-сы йорт;
Салауат ҡалаһы, Өфө урамы, 37А йорт;
Бәләбәй ҡалаһы, Ленин урамы, 28-се йорт;
Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы, 6-сы йорт;
Белорет ҡалаһы, Пушкин урамы, 40-сы йорт;
Ҡариҙел ауылы, Киров урамы, 61-се йорт;
Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 68-се йорт;
Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14-се йорт.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.