Милли проекттар
26 Октябрь 2023, 12:45

Сквер яңы төҫ алды

Краснокама районы үҙәгендә ял урындары арта.   

Сквер яңы төҫ алдыСквер яңы төҫ алды
Сквер яңы төҫ алды

Краснокама районының Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») буйынса сквер төҙөкләндерелде. Был турала төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итте.

2022 йылда милли проект буйынса быйыл төҙөкләндерергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү үтте. Николо-Березовка ауылының үҙәк майҙанында сквер еңеүсе итеп билдәләнде, уның өсөн 2,7 мең тауыш бирелде.

Был биләмә ауыл халҡы өсөн уңайлы ял урыны булып тора, уның дөйөм майҙаны 1 мең квадрат метрҙан артып китә. Бында тротуар плиткаһы һалынған, урналар менән эскәмйәләр ҡуйылған, бәләкәй архитектура формалары эшләнгән, ағас һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған.

- Сквер ауыл халҡын тартып торған урынға әүерелде. Киске ваҡытта был биләмә бәләкәй архитектура формалары яҡтыртыуы иҫәбенә айырыуса матур  күренә, - тинеләр ведомствола.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙаллай. Бынан тыш милли проекттың төп бурысы – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас