Милли проекттар
28 Октябрь 2023, 06:30

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә - ике проект

Был юлы Хәйбулла йүнселдәре нимә тәҡдим итте?

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә -  ике  проект“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә -  ике  проект
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә - ике проект

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Район хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен"дә ике инвестиция проекты ҡаралды.

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”дә  Степнойҙан  ат спорты менән әүҙем шөғөлләнгән,  “Терра-Башҡортостан”, “Башҡорт аты” республика ат спорты ярыштары ҡатнашыусыһы Айнур Тазетдиновтың инвестиция проекты ҡаралды. Ул районда ошо спорт төрөн һәм сабыш аттары популяцияһын үҫтерергә инвестиция йәлеп итергә теләй. Айнур тағы ла районда ат спорты мәктәбен асырға планлаштыра.

Яңы Петровканан Владимир Матвеев  башҡорт тоҡомло йылҡы һатып алып, ҡымыҙ етештерергә планлаштыра. Владимир әйтеүенсә, инвестиция йәлеп итеү район территорияһында  ҡымыҙ продукцияһы етештереп, һатыуға булышлыҡ итәсәк.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

 

 

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә -  ике  проект
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә -  ике  проект
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә -  ике  проект
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә - ике проект
Автор:Карима Усманова
Читайте нас