

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә. Улар бөгөн айырыуса әһәмиәтле һөнәрҙәр буйынса уҡыусыларҙы алдан уҡ әҙерләү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Учалы районының Рысай мәктәбендә асылған “Үҫеш нөктәһе” – иҫәп буйынса райондың егерменсеһе. Ул тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлешендә.
- Тәүге йылдарҙа был үҙәктәрҙең төп йүнәлеше тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә һәм технологияға йүнәлтелһә, һуңғы өс йылда тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлешенә иғтибар бирелә. Бөгөн күпселек инновациялы үҙәктәр информатика, технология, физика, химия, биология, робот техникаһы йүнәлешендә эшләй. Һанлы лабораторияға төрлө датчиктар, микроскоптар, реактивтар, конструкторҙар инә, - ти район мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова. – “Үҫеш нөктәһе” киләсәктә һәр мәктәптә буласаҡ. Әлегә булмаған мәктәп уҡыусылары күрше мәктәптәргә йөрөп шөғөлләнә ала. Мәҫәлән, Сәфәр, Илсе мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” булмаған ваҡытта уҡыусылар Учалы ауылы мәктәбенә йөрөнө.
Ысынлап та, һәр белем усағында “Үҫеш нөктәһе” яңы мөмкинлектәр аса.
Был йүнәлештә алып барылған маҡсатлы эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға туранан-тура булышлыҡ итә.
Фото: Рәил Кәлимуллин.