Милли проекттар
30 Октябрь 2023, 06:30

Яңы идеялар тыуып тора

Благовещендә эшҡыуарҙарҙы көтәләр. 

Яңы идеялар тыуып тораЯңы идеялар тыуып тора
Яңы идеялар тыуып тора

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Благовещен районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе үтте. Унда ике ҡатнашыусының пландары һәм идеялары ҡаралды.

Денис Низаметдинов Благовещенда глэмпинг ойошторорға планлаштыра. Ул бының өсөн ер участкаһы тапҡан, тик фекер алышыу ваҡытында был урынға бәйле хәүефтәр һәм сикләүҙәр килеп сыҡҡан һәм эшҡыуарға урынлашыу өсөн икенсе варианттар эҙләргә тәҡдим иткәндәр. Һөҙөмтәлә, уның менән һуңғараҡ тағы осрашасаҡтар.

Наталья Микова исемле үҙмәшғүл “Көнкүреш йорто” коворкингында кейем тегеү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Уның планында – шәхси эшҡыуар булыу һәм бөҙрәхана салоны асыу. Осрашыу барышында финанс ярҙамы төрҙәре тураһында, шул иҫәптән халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре программалары хаҡында һөйләштеләр.

"Әгәр үҙ бизнесығыҙҙы асыу һәм үҫтереү буйынса идея, тәҡдимдәрегеҙ бар икән, Благовещен районының эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашығыҙ. Беҙ ярҙам итергә һәм төрлө варианттар тәҡдим итергә тырышырбыҙ”, – тине Благовещен районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Анна Карабанова.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтенә инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ йәки 8(34766)2-13-68 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Благовещен ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас