

– Семинарҙар республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар булдырыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова билдәләүенсә, һатып алыуҙар тураһындағы ҡануниәттең даими үҙгәреүе шарттарында уҡытыу семинарҙары, бизнес вәкилдәре өсөн осрашыуҙар үткәреү - көнүҙәк мәсьәлә. Саралар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» ("Поддержка малого и среднего бизнеса и индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә үтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин май указдары менән үткәрелгән милли проект бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллион кешегә тиклем арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.