Милли проекттар
3 Ноябрь 2023, 06:05

Белоретта Блюхер исемендәге сквер төҙөкләндерелә

Шуныһы мөһим, төҙөкләндереү проектына бик һаҡсыл ҡарағандар. Бер ағас та ҡырҡылмаған, ни бары заманса инфраструктура ғына өҫтәлгән.

Белоретта Блюхер исемендәге сквер төҙөкләндереләБелоретта Блюхер исемендәге сквер төҙөкләндерелә
Белоретта Блюхер исемендәге сквер төҙөкләндерелә

Белорет ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ғаилә менән ял итеү өсөн яңы урын барлыҡҡа килде.

Яңыртылған биләмә Блюхер исемендәге скверҙа урынлашҡан. Шуныһы мөһим, төҙөкләндереү проектына бик һаҡсыл ҡарағандар. Бер ағас та ҡырҡылмаған, ни бары заманса инфраструктура өҫтәлгән генә. Хәҙер бында спорт зонаһы, балалар уйын майҙансығы, уңайлы йәйәүлеләр юлдары бар. Видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.

– Барыһы ла Белорет ҡалаһына яҡын булған эко-стилдә эшләнде. Ни өсөн тигәндә беҙҙең ҡала тауҙар янында, урман араһында урынлашҡан. Скверҙы төҙөкләндереү проекты ике йылға иҫәпләнгән. Ҡалған эштәрҙе төҙөүселәр яҙ көнө башҡарасаҡ, – тине Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы Кирилли Егупов.

Проект сквер биләмәһен генә үҙ эсенә алмай. Уның ярҙамында ҡаланың “Метеор” йәштәр хоккей командаһының Замата биҫтәһендә йылы биналары барлыҡҡа киләсәк. Проектты тикшергән саҡта спортсылар сисенгән бүлмә өсөн модуль ҡуйыу тәҡдимдәре лә яңғыраған. Был тәҡдим иғтибарға алынған. Сөнки ҡалала уңайлы мөхит булдырыуҙа ҡала халҡы фекерен иҫәпкә алыу проекттың төп шарты. Оҙаҡламай ул модулдәр ҡуйыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла, ул ҡалаларҙа һәм йәмәғәт киңлектәрендә яңы йөҙ булдырыуға йүнәлтелгән.

Фото: Белорет ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас