Милли проекттар
3 Ноябрь 2023, 06:30

Киҫәкҡайындар Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнә

Конкурста балаларҙың тыуғандан алып 14 йәшкә тиклемге Ҡыш Бабай менән төшкән һәүәҫкәр фотолары ҡатнаша.

Киҫәкҡайындар Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнәКиҫәкҡайындар Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнә
Киҫәкҡайындар Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнә

 “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауыл күп функциялы клубында “Ҡыш Бабайҙың тыуған көнө” тип аталған онлайн фотоконкурс үтәсәк.

Конкурста балаларҙың тыуғандан алып 14 йәшкә тиклемге Ҡыш Бабай менән төшкән һәүәҫкәр фотолары ҡатнаша. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүсене лайктар һаны буйынса билдәләйәсәктәр. Фотоға талап бер – һүрәттең сифаты яҡшы булырға тейеш. Шулай булғас Һеҙҙең Ҡыш Бабай менән фотоларҙы көтәләр.

Рәсәйҙә Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөн 18 ноябрҙә билдәләйҙәр. Байрам көнө осраҡлы һайланмаған – тап ошо көндә Бөйөк Устюгта тәүге ҡышҡы һалҡындар башлана тип иҫәпләнә. Ноябрь һайын был ҡалала байрам саралары үтә.

“Был байрам беҙҙең илдә популяр һанала, сөнки Ҡыш Бабай күптәрҙең бала сағы менән бәйле. Кешеләр был көндө йөрәктәренә әкиәт индерә. Ҡыш Бабай – ҡышҡы һалҡындар хужаһы. Боронғо славяндар уны сал оҙон һаҡаллы тәпәш бабай тип күҙ алдына килтергән”, – ти сараны ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас