Милли проекттар
4 Ноябрь 2023, 03:35

Меңгә яҡын кешене һөйөндөрҙөләр

Пациенттарҙы 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Гөлгөнә Хисмәтуллина ҡабул итәсәк.

Меңгә яҡын кешене һөйөндөрҙөләрМеңгә яҡын кешене һөйөндөрҙөләр
Меңгә яҡын кешене һөйөндөрҙөләр

Архангел районының Максим Горький ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктына бер меңгә яҡын кеше теркәлгән. Пациенттарҙы 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған тәжрибәле фельдшер Гөлгөнә Хисмәтуллина ҡабул итәсәк.

Ауыл үҙәк район дауаханаһынан 14 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер халыҡтың сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ.

–Элек кешеләр ҡуртымға алынған фельдшер-акушерлыҡ пункттарына мөрәжәғәт итә ине. Яңы бинала тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡ булдырылған. Фельдшер, ҡабул итеү, прививка, процедура  кабинеттарынан тыш, персонал өсөн ял бүлмәһе лә бар, - ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәжитов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас