Милли проекттар
5 Ноябрь 2023, 04:30

Күпер нығытылды

Уның оҙонлоғо 47,3 метр тәшкил итә.

Күпер нығытылдыКүпер нығытылды
Күпер нығытылды

Башҡортостанда Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау эштәрен тамамланылар. Объект Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылы эргәһендә, Ҡырмыҫҡалы – Атйетәр юлының 23-сө километрында, Дәүләкән – Талбазы автомобилдәр юлының Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылындағы өлөшөндә урынлашҡан. Күперҙең оҙонлоғо 47,3 метр тәшкил итә.

- Был күпер урынлашҡан юл эргә-тирәләге ауылдар өсөн мөһим, сөнки ул Р-240 федераль трассаһына сығырға булышлыҡ итә. Уны нормативтарға ярашлы итеп ремонтлау мотлаҡ ине. Хәҙер ул тулыһынса хәүефһеҙлектең заманса талаптарына тура килә, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Үҙән йылғаһы аша һалынған күпер, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ваҡытынан алда ремонтланған. Әйткәндәй, Рәсәйҙең 84 төбәге ошо милли проектта ҡатнаша.

Быйыл, ошо милли проектҡа ярашлы, яҡынса 850 погонлы метр тирәһе алты күпер ҡоролмаһы ипкә килтерелергә тейеш.

Фото, сығанаҡ: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/580416/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас