

2-нән 6 ноябргә тиклем Ижевск ҡалаһындағы “Динамо” спорт комплексында “Йәш Динамовец” тип аталған спорт көрәштәре фестивале үтте. Ул “Динамо” йәмғиәтенең 100 йыллығына арналды.
Бокс, самбо, дзюдо һәм грек-рим көрәшендә беренселек өсөн Удмуртияның баш ҡалаһында Волга буйы федераль округының ете төбәгенән килгән спортсылар көс һынашты. Улар Башҡортостан, Татарстан, Удмурт, Сыуаш Республикалары, Түбәнге Новгород һәм Ульяновск өлкәләре, Пермь крайынан килгәйне.
Был көндө келәмгә 100-ҙән ашыу самбасы сыҡты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар 10-ар комплект миҙал уйнатты. Дәүләкән районы өсөн “Самбо-75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илнар Миһранов сығыш яһаны. 55 килограммға тиклемге тән ауырлығы категорияһында Илнар көмөш призер булып танылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Zа самбо” партия проекты 2022 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы Президиумы ҡарары менән раҫланды. Проекттың маҡсаты самбоны үҙенсәлекле ватан спорт төрө булараҡ популярлаштырыу, ауыл биләмәләрендә секциялар эшен ойоштороу, самбо залдарын төҙөү һәм төҙөкләндереүгә булышлыҡ итеү. Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) маҡсаттарына тура килә.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.