

2019 йылда 440,82 метр оҙонлоҡтағы был күпер авариялы тип танылған. Һүҙ Шаҡша күпере хаҡында бара.
Ремонт эштәре ағымдағы йылдың июлендә ил Президенты В. Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башланған. План буйынса пролет балкалары, деформация ептәре, терәк өлөштәре һәм конструкцияның башҡа элементтары алмаштырыласаҡ.
Бөгөн объектта етмеш белгес һәм биш махсус техника берәмеге эшләй. Шуныһы бар: балкаларҙы монтажлау ваҡытында күпер буйлап автомобиль транспортының хәрәкәтен ике яҡҡа ла ябырға тура килә. Күпер төҙөүселәр, кешеләр уңайһыҙлыҡ кисермәһен өсөн, барыһын да сифатлы һәм мөмкин тиклем тиҙерәк эшләргә тырыша. Контракт хаҡы 2,1 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Шаҡша күпере 1984 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Ремонт иһә яҡынса йыл ярым дауам итәсәк.
Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, күпер буйлап хәрәкәт туҡтатылған ваҡытта шаҡшалыларға электричкалар менән файҙаланырға кәңәш ителә. Бының өсөн «Шаҡша» тимер юл станцияһы янында автомобиль хужалары машиналарын ҡалдырып, ҡала яңы электр транспортына күсә алһын өсөн, туҡталҡа ойошторолған.
Капиталь ремонт тамамланғандан һуң белгестәр күперҙең тағы ла илле йыл хеҙмәт итәсәген раҫлай. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 2023 йылда республиканың баш ҡалаһына бөтәһе 2,3 миллиард һум аҡса бүленгән.
Фото: pravitelstvorb.ru.