Милли проекттар
13 Ноябрь 2023, 06:30

Бындай танышлыҡ балаларҙы ҡанатландыра

Ҡалтасы районында ҡыҙыҡлы проект тормошҡа ашырыла.

Бындай танышлыҡ балаларҙы ҡанатландыраБындай танышлыҡ балаларҙы ҡанатландыра
Бындай танышлыҡ балаларҙы ҡанатландыра

Ҡалтасы районы Краснохолмск ауылындағы 1-се урта мәктәптә “Мәғариф” милли проекты буйынса “Ҡыҙыҡлы кешеләр” проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙы осрашыуҙар, аралашыу аша, интервьюлар күрһәтеп төрлө һөнәр кешеләре менән таныштырыу.

9 ноябрҙә мәктәптә директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе 8Б һәм 8В кластары өсөн отставкалағы милиция майоры, Эске эштәр министрлығы бүлегенең ветерандар советы рәйесе Владимир Ляпустин менән осрашыу ойошторҙо.

Сара “Тиң диалог” форматында үткән. Владимир Алексеевич үҙенең тормош юлы тураһында һөйләгән, армия хеҙмәтенән ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән уртаҡлашҡан, балаларҙы сәләмәт тормош рәүеше алып барырға саҡырған.

“Дуҫлыҡ, иптәшеңә хөрмәт, яуаплылыҡ, маҡсатҡа өлгәшеүсәнлек, Тыуған илеңә мөхәббәт – һәр кешенең сәләмәт шәхес булып үҫеп етеүенең мөһим өлөштәре. Һәр берегеҙгә был тормошта үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем”, – тине Владимир Алексеевич.

Бындай осрашыуҙар киләсәктә һөнәр һайлауҙа ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә тормоштары һәм хеҙмәт юлы башҡаларға өлгө булған райондың ҡыҙыҡлы кешеләре менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас