

Мәләүездән һөт эшкәртеү предприятиеһы Ҡытайға үҙ продукцияһын экспортҡа сығарыуҙы арттыра, шулай уҡ сауҙа географияһын киңәйтә, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл Ҡытай баҙарын үҙләштергәндән һуң ғына мәләүездәр был илгә 18 тонна 750 килограмм ауырлыҡтағы һөт эшкәртеү продукцияһының алтынсы партияһын оҙатты. Йыл башынан алып Көнсығышҡа оҙатылған әҙер һөт продукцияһының дөйөм күләме 98 мең 637 килограмм тәшкил иткән.
Һөт продукцияһы етештереүсе экспорт сертификацияһын үтә, һуңынын “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһындағы һәм Ҡытайҙың CIFER теркәү системаһындағы экспортерҙар реестрына индерелә.
Тауар оҙатыуҙың арта барыуы Ҡытайҙың предприятие продукцияһына ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Ә киләһе йылда мәләүездәр Ҡытайға экспорт күләмен арттырыуҙан тыш, Пакистан һәм Таиланд менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөп, һатыуҙар географияһын киңәйтергә ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал һәм энергитик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.
Фото: Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәте.