Милли проекттар
17 Ноябрь 2023, 06:30

Эшҡыуарға ярҙам иттеләр

Ауырғазы районында яңы бизнес проекттар ҡаралды.

Эшҡыуарға ярҙам иттеләрЭшҡыуарға ярҙам иттеләр
Эшҡыуарға ярҙам иттеләр

Ауырғазы районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йәш эшҡыуар ҡыҙыҡлы проекттар менән мөрәжәғәт иткән. Ул - Талбазы ауылында ит һәм колбаса ризыҡтары магазинын асыу һәм Семенкино ауылында “Озон” интернет-магазинын булдырыу. Уға ер участкаһы буйынса ярҙам кәрәк ине.

Эшҡыуарға нисек ярҙам итеп булыуы тураһында аңлатма бирҙеләр. Проекттарҙы хакимиәт оҙатышып барасаҡ.

– Бәләкәй форматлы сауҙа объекттары хеҙмәттәрҙе, тауарҙарҙы халыҡҡа яҡынайтыу өсөн бик уңайлы. Айырыуса алыҫ ауылдарҙа урынлашыуы бик хуп, – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Районда милли проект сиктәрендә эшҡыуарлыҡ сәғәте һәр кесаҙна һайын үтә. Үҙегеҙ тураһында белдергегеҙ, консультация алғығыҙ килһә, бизнес-шәриф менән 8-937-34-27-123, 8-34745-21625 телефоны буйынса бәйләнешкә сығырға йәки республиканың инвестиция порталы аша https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса  ғариза бирергә була.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас