Милли проекттар
17 Ноябрь 2023, 03:30

“Форт Диалог” компанияһы етештереүҙе арттырған

Камиллашыу хеҙмәт һөҙөмтәһен күтәрә.

“Форт Диалог” компанияһы етештереүҙе арттырған“Форт Диалог” компанияһы етештереүҙе арттырған
“Форт Диалог” компанияһы етештереүҙе арттырған

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашып, “Форт Диалог” предприятиеһы етешетереү ҡеүәтен 1,5 тапҡырға арттырған. Был турала төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итте.   

 -Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары предприятеларҙа ҙур эштәр башҡара.Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыталар, үҫеш нөктәләрен булдыралар, артабанғы саралар планын әҙерләйҙәр. Был эштәрҙән һуң компанияның маҡсаты һөҙөмтәләрҙе нығытыуға маҡсатланған, - тип билдәләне республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

 Пилот эшенә 15 кеше йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә йыл эсендә хеҙмәткәрҙәр биш тренинг үткән, “Процестар фабрикаһы”нда, модель предприятиеһында булғандар, 5С системаһы буйынса уңайлы һәм хәүефһеҙ эш урыны стандартын индергәндәр,  производство анализын ҡуллана башлағандар. Шулай уҡ проблемаларҙы хәл итеү буйынса махсус мәғлүмәт үҙәге булдырғандар. Былар барыһы ла етештереүҙе 1,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек биргән.

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас