Милли проекттар
20 Ноябрь 2023, 04:30

Әлшәйҙәр таҙа һыу эсә

Бында яңы һыу таҙартыу станцияһы төҙөлдө.

Әлшәйҙәр таҙа һыу эсәӘлшәйҙәр таҙа һыу эсә
Әлшәйҙәр таҙа һыу эсә

Әлшәй районының Раевка ауылында һыуҙы таҙартыу системаһы төҙөлөшө тамамланды. Уның ярҙамында 19 мең кеше даими рәүештә таҙа һыу эсәсәк. Республикала һыу менән тәьмин итеү объекттары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөлә.  Уның маҡсаты – 2024 йыл аҙағына тиклем төбәк халҡының 90,9 процентын үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте системаһынан килгән сифатлы таҙа һыу менән тәьмин итеү, ҡалаларҙа был күрһәткес 99,6 процентҡа етергә тейеш.

Белгестәр һыу таҙартыу станцияһы майҙансығын планлаштырған, монолит фундамент һалған, һыу үткәргес селтәрҙәрен үткәргән, трансформаторлы ярҙамсы станцияны, техник ҡорамалдарҙы ҡуйған, шулай уҡ тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндергән. Сафҡа индереү-көйләү эштәре лә башҡарылған.

Киләһе йылда төҙөлөш-монтаж эштәре алты райондың (Бөрө, Туймазы, Шишмә, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары һәм Өфө ҡалаһы) алты объектында дауам итәсәк. Биш йыллыҡ программа ғәмәлдә булған осорҙа бөтәһе 23 эсәр һыу объекты төҙөләсәк. 2019 йылдан 2022 йылға тиклем Дәүләкән, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Дүртөйлө, Благовар, Саҡмағош, Өфө, Краснокама райондарына ошондай туғыҙ объект төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас