Башҡортостанда Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларында ашығыс медицина ярҙамы биналарында капиталь ремонт эштәрен тамамланылар. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биналарға заманса мебель, кондиционерҙар, рециркуляторҙар, шкафтар ҡуйылған. Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәргә барлыҡ эш шарттары булдырылған. Шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған, канализация һәм электр үткәргестәр алмаштырылған. Ремонт эштәре медицина хеҙмәткәрҙәре, ял итеү һәм туҡланыу бүлмәләрендә лә атҡарылған.
“Баҫҡыстар ипкә килтерелде, ишектәр, иҙәндәр, тәҙрәләр яңыларына алмаштырылды, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн янғын сигнализацияһы яңынан ҡуйылды”, - тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Әйткәндәй, күптән түгел республикалағы медицина ойошмаларына алты яңы машина тапшырылды. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә
Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.