

Ошо көндәрҙә Әлшәй районында ветерандар араһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың иҫтәлегенә арналған Республика фестиваленең финал ярыштары үтте. Унда республиканың 19 район һәм ҡалаһынан ҡатнашыусылар килде. Сара “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.
Федоровка ауылы спортсылары ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны һәм район үҙәге ауыл биләмәһе булған муниципаль райондар командалары араһында икенсе урын яуланы.
Ярыштарҙа ике ир-ат һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан торған команда ҡатнашты. Ирҙәр - 60 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштән өлкәнерәк ине. Федоровка районы командаһына Фарфаз Кашаев, Геннадий Дементьев, Лена Шәрипова һәм Полина Никифорова ингән.
Ҡала һәм райондар командалары баскетбол кәрзиненә туп ташлау, дартс, иҙәндән ҡалҡыныу, арҡала ятып тәнде күтәреү һәм йөҙөүҙә көс һынашты.
Геннадий Дементьев иҙәндән ҡалҡыныу ярышында 89 тапҡыр күтәрелеп шәхси иҫәптә беренсе урын алды. Шулай уҡ кәрзингә туп ташлап икенсе урынға лайыҡ булды. Лена Шәрипова ла ҡалҡыныуҙа өсөнсө урын яуланы, ул 32 тапҡыр күтәрелгән.
– Еңеүселәр командаһын ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия һәм яңы спорт еңеүҙәре теләйбеҙ, – тине Федоровка районының йәштәр эштәре буйынса һәм спорт комитеты рәйесе Ғәлинур Рамазанов.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Федоровка районы хакимиәте.