Милли проекттар
24 Ноябрь 2023, 05:30

Йылдар үткән һайын йәшәрә

Хәҙер шифахана төрлө нервы системаһы патологияларына, терәк-хәрәкәт сирҙәренә, психик тайпылыштарға дусар балаларға ярҙам күрһәтә.

Йылдар үткән һайын йәшәрәЙылдар үткән һайын йәшәрә
Йылдар үткән һайын йәшәрә

“Аҡбуҙат” шифаханаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә медицина учреждениеһы балаларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнде. Хәҙер ул төрлө нервы системаһы патологияларына, терәк-хәрәкәт сирҙәренә, психик тайпылыштарға дусар балаларға ярҙам күрһәтә.

 Кескәй пациенттар комплекслы диагностик  һәм дауалау процедуралары ала. Йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшләгән шифахана 475 койкаға иҫәпләнгән. Коллектив менән Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлшат Имаева етәкселек итә. Балаларҙы йәмғиәттә йәшәү өсөн әҙерләүгә һәр кем ҙур тырышлыҡ һала, ата-әсәләр менән даими эш алып бара.

–Бөгөн “Аҡбуҙат”шифаханаһы – заман менән бергә атлаған, медицина ярҙамы һәм реабилитацияның инновацион технологияларын индергән медицина ойошмаһы. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ – кешеләр. Бында осраҡлы кешеләр юҡ, һәр кем тәрбиәләнеүселәре менән уртаҡ тел таба белә һәм ысын күңелдән ярҙам итергә тырыша. Юбилейҙы яҡшы кәйеф һәм яңы ижади пландар менән ҡаршылайбыҙ!– ти Гөлшат Имаева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында - халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Йылдар үткән һайын йәшәрә
Йылдар үткән һайын йәшәрә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас