Милли проекттар
25 Ноябрь 2023, 08:30

Ниндәй онлайн-сервис иң популяр?

Уны ҡулланыусылар арта бара.

Ниндәй онлайн-сервис иң популяр?Ниндәй онлайн-сервис иң популяр?
Ниндәй онлайн-сервис иң популяр?

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә электрон яҙылыу республиканың инвестиция порталында иң популяр онлайн-сервис тип танылды. Эшҡыуарҙар өсөн сервистарҙы үҫтереү “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) буйынса тормошҡа ашырыла тип хәбәр итә төбәктең Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

-“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” – Башҡортостандың иң яҡшы тәжрибәләренең береһе. Ул муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итә. Административ ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн был һөҙөмтәле ҡорал, - тип һөйләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Электрон яҙылыу сервисы менән ноябрь айында 40-тан ашыу эшҡыуар файҙаланған. Сайт бизнес берләшмә менән уңайлы итеп аралашыу һәм тәҡдим ителгән проекттарҙы тиҙ арала ҡарау  өсөн булдырылған. Заявкалар өҫтөндә бизнес-шәрифтәр эшләй.

“Һанлы иҡтисад” милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы тиҙ индереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас