Милли проекттар
28 Ноябрь 2023, 03:30

Уҡыусылар яңы автобуста елдерәсәк

Белорет районы ауылдарынан уҡыусыларҙы дәрескә яңы мәктәп автобустары йөрөтәсәк.

Уҡыусылар яңы автобуста елдерәсәкУҡыусылар яңы автобуста елдерәсәк
Уҡыусылар яңы автобуста елдерәсәк

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Белорет районына ике яңы мәктәп автобусы алынды. Белем биреү учреждениелары директорҙарына автомобиль асҡыстарын республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин тапшырҙы.

“УАЗ” маркалы автобус Сосновка мәктәбенә юлланған. Унда яҡын-тирәләге ауылдарҙан ун бер уҡыусыны – Сланцы, Рысаҡай һәм Ар ташынан алып барырға кәрәк. Элекке автобустың эксплуатация ваҡыты бөтә. Водитель Владимир Болотников балаларҙы ташый, был мәктәптә ул бишенсе йыл эшләй. “ГАЗель” маркалы икенсе автобус Рысаҡай һәм Хөсәйен ауылдарынан балаларҙы йөрөтөү өсөн Үткәл ауылы мәктәбенә тапшырылды.  Унда Фәйзулла Мөхәмәтғәлин эшләйәсәк, водитель вазифаһында ул ун биш йылдан ашыу эшләй.

Яңы автобустар тахографтар системаһы, видеокүҙәтеү, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған. Бөтә моделдәр ҙә хәрәкәт тиҙлеген сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем сикләү ҡулайламаһы, ултырғыстарҙың һәр рәтендә водитель менән бәйләнеш төймәһе, асыҡ ишектәрҙә двигателде блокировкалау системаһы, шулай уҡ транспорт сараһының ҡайҙа урынлашыуын күҙәтеү өсөн навигация ҡорамалдары һәм артҡы ишектә блокировкалаусы ҡоролма менән йыһазландырылған. Автобустарҙа рюкзактар һәм сумкалар ҡуйыу өсөн багаж кәштәләре лә ҡаралған.

“Башҡортостан Башлығына республиканың белем биреү учреждениеларына, шул иҫәптән районыбыҙға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыусыларға яңы автобустарҙа күңелле йөрөүҙәрен һәм уҡыуҙарында уңыштар теләйем!”, – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас