Милли проекттар
29 Ноябрь 2023, 03:30

Балалар был дәрестәрҙе ярата

Ауырғазы районының йәш урмансылары һөнәр үҙләштерә.

Балалар был дәрестәрҙе яратаБалалар был дәрестәрҙе ярата
Балалар был дәрестәрҙе ярата

Стәрлетамаҡ урман хужалығының Ауырғазы участкаһы начальнигы Юрий Зайкин “Дубрава” мәктәп урман хужалығы уҡыусылары менән дәрес үткәрҙе. Был эште урман тармағы вәкилдәре "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында алып бара.

Ул йәш урмансыларға үҙенең һөнәре тураһында һөйләне, шулай уҡ урман инструменттарының нисек һәм нимә өсөн ҡулланылыуын күрһәтте. Мәктәп урман хужалығы етәксеһе, Талбазы ауылы лицейының биология уҡытыусыһы Фәнүзә Бәхтигәрәева билдәләүенсә, урман тармағы хеҙмәткәрҙәре менән дәрестәр үткәреү балаларҙа өйрәнелгән темаға ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм һөнәрҙең нескәлектәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

– Дәрестәрҙә беҙ уҡыусыларҙы урмансылыҡ, урман тергеҙеү нигеҙҙәре менән таныштырабыҙ. Йыл һайын көҙгө-яҙғы осорҙа ағас һәм ҡыуаҡтарҙың төр составын өйрәнәбеҙ, инструменттар ярҙамында урман-патологик торошон билдәләү һәм таксациялау буйынса дәрестәр үткәрәбеҙ. Бөгөнгө дәрестә балалар ағастың диаметрын үлсәү өсөн кәрәкле үлсәгес сәнске менән файҙаланырға өйрәнде, шулай уҡ ағастарҙың йәшен билдәләргә өйрәнде, – тип һөйләне мәктәп урмансылығы остазы Юрий Зайкин.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас