Бөгөн Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты – баҙарҙағы иң алдынғы предприятиеларҙың береһе, “Башпотребсоюз”дың ҙур предприятиеһы.
– Тәмле һәм сифатлы продукцияның 100-ҙән ашыу төрөн әҙерләйбеҙ: ғәҙәти икмәк һәм батондар, төрлө файҙалы өҫтәлмәләр булған икмәк-булка, кондитер һәм шөкәрә изделиелары, – тип һөйләне предприятие етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова.
Әлфирә Иҙрис ҡыҙы был предприятиела 40 йылға яҡын эшләй. Шуның 20 йылдан ашыуы – әлеге вазифала. Үҙенә һәм башҡаларға талапсан, уңған һәм булдыҡлы ул. Дөйөм тырышлыҡ һалынып, барлыҡ технологиялар еренә еткереп әҙерләнгән “Ҡырмыҫҡалы” маркалы аҙыҡ-түлекте хәҙер Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Архангел, Шишмә, Ғафури һәм, әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы районындағы сауҙа нөктәләрендә бик теләп һатып алалар. Биш йыл эсендә икмәк ташылған магазиндар һаны 1,5 тапҡырға күбәйгән һәм уларҙың һаны 1100-гә еткән.
Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты милли проект ярҙамында реконструкция эшләне. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә предприятие өс миллион һум күләмендә льготалы займ алыуға өлгәште. Модернизациялауға аҡсаның бер өлөшөн икмәк комбинаты үҙенең бюджетынан бүлде. Яңыртылған биналарҙа икмәк бешерә башлағандар ҙа инде.
Фото, сығанаҡ: Ҡырмыҫҡалы хакимиәте.