Милли проекттар
30 Ноябрь 2023, 05:30

Халыҡ яңы уңайлыҡтарҙы баһалаясаҡ

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты  Яңы Елдәк, Сармаш һәм Кәмил  ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Халыҡ яңы уңайлыҡтарҙы баһалаясаҡХалыҡ яңы уңайлыҡтарҙы баһалаясаҡ
Халыҡ яңы уңайлыҡтарҙы баһалаясаҡ

Оҙаҡламай Борай районының Яңы Елдәк ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,  яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Әлеге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген лицензиялау буйынса тейешле процедуралар тамамлана.

Яңы ФАП Яңы Елдәк, Сармаш һәм Кәмил  ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Медицина пунктына 316 кеше теркәлгән. Яңы бинаға электр, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары үткәрелгән. Медицина пункты асылғандан һуң ауылдаштар бында диспансерлаштырыу үтә аласаҡ, тәүге медицина ярҙамын аласаҡ.

– Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәжрибәле фельдшер Гөлнара Ахунова етәкселек итәсәк. Ауылдаштар ҙа, фельдшер ҙа яңы биналағы уңайлыҡтарҙы тейешенсә баһалар тип ышанам, – тине Борай дауаханаһының  баш табибы Радик Хәсәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас